Битлекһеҙҙәргә 30 мең һумға тиклем штраф янай

Санитар эпидемиология ҡағиҙәләрен боҙоу икенсегә теркәлгән осраҡта. Башҡортостанда йәмәғәт транспортында битлек тәртибен үтәүҙе тикшереү маҡсатында рейдтар һаны арттырыла. Был турала транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Водитель йәки пассажирҙың битлекһеҙ булыуы беренсе тапҡыр асыҡланғанда административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, 3 мең һумға тиклем штарф һалыныуы ихтимал. Иҫкәртеү рейдтары артабан да дауам итә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, уларҙың тәү маҡсаты штраф һалыу түгел, ә кешенең үҙе һәм тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлегенә битараф булмаҫҡа өйрәтеү.

Рафиҡ Әхмәтшин