Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков төбәктең спорт йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа республикала физик культураны үҫтереү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу тураһында барҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСтанислав Поздняков әйтеүенсә, Башҡортостанда спорт һөйөүселәр, профессионалдар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Баш ҡалала донъяуи кимәлдәге спорт саралары уҙғарыу мөмкин. Радий Хәбиров республика үҙ спортсылары менән ғорурланыуын һәм тармаҡты үҫтереү өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.
Айнур Кәбиров