Байрамға арналған тантаналы ултырышта район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, йыл төбәк өсөн ҡатмарлы ғына килә. Бер яҡтан ҡоролоҡ, икенсе яҡтан урман янғындары ыҙалата. Ауыл хужалығы буйынса махсуслашҡан төбәк өсөн ошо шарттарҙа эшләү еңел булмай. Баҫыуҙарҙан планлаштырылған уңыш йыйылмай. Әммә Ейәнсуралар бирешмәй, иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап ҡала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, социаль объекттар төҙөү йылдам бара, юлдар һалына, төҙөкләндерелә. Райондың тотороҡло иҡтисади хәле, инфраструктура тыуҙырылыуы инвесторҙарҙың да иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әле Ейәнсурала күләмле ауыл хужалығы проекттары тормошҡа ашырыла, ә был инде урындағы ҡаҙнаға һалым, халыҡҡа эш урындары тигән һүҙ.
Тантаналы ултырыш Ейәнсураның сәхнә оҫталары әҙерләгән байрам концерты һәм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы менән үрелеп барҙы. Төрлө тармаҡтарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Улар араһында ауыл хужалығы эшсәндәре лә, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙре лә бар.
Һәр береһе пандемия шарттарына ҡарамай тыуған районының үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Мәҫәлән, иң яҡшы механизатор тип табылған Илшат Әбделмәнов, оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләгәндән һуң тыуған яғына ҡайтып заманса комбайнға ултырған.
Рәмзиә Кәримова