Гражданлыҡ акттарын теркәү бинаһы, автовокзал һәм балалар майҙансығы хәҙер Иҫәнғол ауылының биҙәге, тип әйтергә мөмкин. Иң мөһиме – барлыҡ эштәр район бюджеты иҫәбенә башҡарылған. Йәғни пандемия шарттарына ҡарамаҫтан, төбәктең иҡтисади хәле тороҡло, үҫеш күҙәтелә. Ейәнсураларҙың байрам кәйефен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла уртаҡлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСағыу итеп биҙәлгән туй машинаһын заманса бина алдында, тантаналы шарттарҙа ҡаршы алалар. Ейәнсураларҙың ҡыуаныуы юҡҡа ғына түгел. Уҙған быуаттың урталарында төҙөлгән объектҡа күптән төҙөкләндереү талап ителгән. Законлы никах, сабыйға исем биреү кеүек иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән урын үҙе емерек хәлдә була. Хәҙер иһә объект яңы һулыш кисерә, ул алыҫтан балҡып, урамға йәм биреп тора. Никах теркәгән тәүге бәхетле пар – Лилиә һәм Рафиҡ Садиҡовтар.
Объектты ремонтлауға 3 миллион һумға яҡын аҡса район ҡаҙнаһынан йүнәлтелә. Төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуы эшкә үҙгәрештәр индерә, әммә ремонт туҡтатылмай. Район етәкселеге әйтеүенсә, бында йыл һайын йөҙләгән пар никах теркәй, тантананың матур шарттарҙа үтеүе мөһим. Урында ойошторолған туйҙарҙың үҙенсәлеге лә бар, бында милли йолалар һаҡлана.
Республика көнө алдынан яңырыу кисергән тағы бер объект – Иҫәнғол автовокзалы. Ул йылдар дауамында ысын мәғәнәһендә ташландыҡ хәлдә була, хеҙмәткәрҙәр ҙә, пассажирҙар ҙа һыуыҡ залда ултыра. Әле бында 6 миллион һумға бина һәм ихата төҙөкләндерелгән. Иҫәнғол автовокзалы көн һайын ҡала һәм район-ара тиҫтәләгән маршрут буйынса йәмәғәт транспортын ҡабул итә, пассажирҙар әйләнеше айына меңдән ашыу.
Кескәйҙәрҙең ҡыуанысын аңларға мөмкин. Иҫәнғолдың был биҫтәһендә әлегә тиклем балалар майҙансығы булмай. Хәҙер бында сағыу уйын ҡаласыҡтары ҡуйылған. Хужалар әйтеүенсә, паркты төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк. Ошоға тиклем майҙан ҡороған һәм ҡарт ағастарҙан таҙартылған, тигеҙләнгән. Хәҙер инде биләмәне күркәм ял урынына әйләндерергә мөмкин.
Халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыу маҡсатында башҡа биләмәләрҙә лә эш бара. Иҫәнғолдың «Дуҫлыҡ» паркында скейт зона һәм өлкәндәр өсөн ял урыны эшләнә, Абҙан ауылында балалар уйын майҙансығы сафҡа индерелә. Ә Башҡорт Үргене һәм Байыш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү, Абҙан, Иҙелбәк участка дауаханаларында капиталь төҙөкләндереү ҡаралған.
Районда баллар баҡсаһына сират юҡ, мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре лә талап ителмәй. Бары тик спорт майҙансыҡтары эшләү бурысы тора.
Рәмзиә Кәримова