Рәсәй фәндәр академияһының системалы программалау институты менән Башҡортостан хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, лингвистик платформа ярҙамында башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалекты өйрәнеләсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЮғала барған телдәрҙе өйрәнеүсе платформа илдә 10 йылдан ашыу эшләй. Унда һүҙлектәр, телдең аудио яҙмалары, текст формаһы индерелә. Әле платформала Рәсәйҙәге телдәрҙең меңдән ашыу диалекты тупланған.
Тел үҙенсәлектәре Башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессияның икенсе улытырышында өйрәнелде. Башҡортостан һәм Мәскәү ғалимдары башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалекты буйынса фекер алышты. Ғалимдар әйтеүенсә, телдәрҙе үҫтереү өсөн заманса фәнни нигеҙ, яңы технологиялар талап ителә. Мәғлүмәтләштереү, һанлы форматҡа күсереү зарур. Бигерәк тә юғала барған һөйләш төрҙәре быға мохтаж.
Айнур Кәбиров