Башҡорт йыйыны. Нуриман районы Иҫке күл ауылында көҙәй ырыуы тарихына бағышланған йыйын ойошторолдо. Ата-бабалар рухын, милли үҙаңды һаҡлау, йәш быуынды берләштереү маҡсатында уҙғарылған сарала республиканың төрлө төбәктәренән көҙәй ырыуы вәкилдәре йыйылды. Тарихи-фәнни сығыштар, мәҙәни программа, милли әйберҙәр күргәҙмәһе менән иҫтәлекле саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНуриман районында үткән башҡорт йыйыны йыр-бейеүҙәр менән асылһа ла, сараның эстәлеге тарих биттәренә, фәнгә һәм ата-бабаларҙың боронғо көнкүрешенә бағышланды. Көҙәй ырыуы башҡорттары республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылып уртаҡ тамырҙары, тарихы, батырҙарының яҙмышы һәм ырыуҙың киләсәге тураһында фекер алышты.
Көҙәй ырыуы башҡорттары Нуриман, Иглин, Салауат, Учалы, Белорет һәм Мәсетле райондарында, Силәбе өлкәһендә төпләнгән. Бөгөн ырыуҙаштарҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә осратырға мөмкин. Тарихи сығанаҡтарҙағы мәғлүмәтте үҙгәртмәй һәм юғалтмай йәш быуынға тапшырыу ырыуҙаштар өсөн өҫтөнлөклө маҡсат булып тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме буйынса ойошторола башлаған йыйын төбәктә матур йолаға әүерелгән. Республикала булған ырыуҙарҙың үҙенсәлеген сағылдырған, этнографик йыйынтыҡтарҙы байытып милли архивты тулыландырырға булышлыҡ иткән оло ҡор башҡа райондарҙа ла ойоштороласаҡ.
Йыйындың рәсми өлөшөндә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнде. Көҙәй ырыуының боронғо тормошон сағылдырған күргәҙмә, мәҙәни программа, аралашыу ырыуҙаштарҙы берләштереү, рухи көс туплауға этәргес булды.
Флорида Ким