Әбйәлилдәр Республика көнөн «Төнъяҡ балҡышы» менән ҡаршы ала

Район үҙәге Асҡар ауылында асылған парк шулай тип атала. Уйын, спорт, ял майҙансыҡтарын үҙ эсенә алған биләмә «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса сафҡа индерелгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Объектты төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 7 миллион ярым, урындағы бюджеттан 1 миллион һум аҡса бүленгән. Республика көнөнә арналған тантана ла яңы, заманса паркта үтте, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, байрам концерты ойошторолдо. Әбйәлилдәрҙең ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Район үҙәгенең төнъяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр был объектты түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки 2 гектарҙы биләгән майҙан оҙаҡ йылдар буйы буш тора. Заманында был биләмәлә мәғариф учреждениеһы төҙөү тәҡдиме лә индерелә, 2016 йылда ата-әсәләр үҙ көсө менән уйын ҡаласыҡтары ла төҙөй. Ә үткән йылда инциатива төркөмө милли проект сиктәрендә заманса парк төҙөү тәҡдимен күтәреп сыға. Биҫтәлә йшәүселәр изге ниәтте хуплай. Һөҙөмтә өмөтәрҙе тулыһынса аҡлай.

Паркта ысынлап та төрлө быуын вәкилдәренең ихтыяжы иҫәпкә алынған. Биләмәлә уйын, спорт, ял майҙансыҡтары ла бар. Был объекттар «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға эшләнгән. Әбйәлил районы ла төҙөлөш эштәренә ситтә ҡалмаған. Урындағы бюджет иҫәбенә автомобиль ҡуйыу урындары эшләнгән, юл һалынған, «Төнъяҡ балҡышы» тигән арт-объект ҡуйылған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, парк үҙенең исеменә тура килә. Ул ҡараңғы ваҡытта алыҫтан уҡ күренеп, балҡып тора.

Әбйәлил районында хәҙер тағы ла бер иҫтәлекле урын бар. Байрам айҡанлы бөгөн тау битләүенә тракторҙа Республика көнө менән тигән бураҙна һалында. Руль артына иң тәүҙә хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов ултырҙы, артабан уны башҡалар алмаштырҙы.

Район халыҡ был урын Әбйәлил хаҡына байрам хаҡында хәтерләтеп торор һәм үҙенсәлекле фото төшөү зонаһына әйләнер тип көтә.

Рәмзиә Кәримова