Һуңғы тәүлектә ауырыу йоҡтороусылар һаны 600-ҙө ашып китте

Дөйөм күрһәткес 72 меңгә яҡынлай. Стационарҙарҙа әле меңдән ашыу ковид раҫланған пациент дауалана. Уларҙың 55-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына 24 кеше тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирустан йәнә 23 үлем осрағы теркәлгән, сир ҡорбандары һаны әкренләп 2 меңгә яҡынлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек бер аҙға тиҙләтелгән. Һуңғы тәүлектә прививканы 24 мең самаһы кеше эшләткән. Вакциналауҙы 1 миллион 200 меңдән ашыу замандашыбыҙ тамамлаған. Башҡортостанға килтерлегән вакцина дозаһы 1 миллион 900 мең самаһы.

Гөлдәриә Йосопова