Башҡортостанда Республика көнө уңайынан саралар үтә

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы. Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев  һәм  Шәйхзада  Бабич һәйкәлдәренә сәскә һалынды. Тантанала Республика башлығы Радий Хәбиров, Ҡаҙағстан делегацияһы, Башҡортостан хөкүмәте һәм парламенты вәкилдәре ҡатнашты. "Беҙҙең бурыс - төбәктә һәр йыл һайын йәшәү сифаты яҡшырау барыуға ирешеү", тине Радий Хәбиров.  Республика көнө Башҡортостандың төп дәүләтселек байрамы. Халҡыбыҙ мәнфәғәтенән сығып социаль-иҡтисади, фәнни һәм рухи-мәҙәни үҫешкә нигеҙ һалынды, тип белдерҙе Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн бөйөк көн, ти Башҡортостандың халыҡ артисы, республика гимнының көй авторы Фәрит Иҙрисов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика көнө уңайынан төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Аҡ күңелле кешеләр төбәге. Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостанды шулай атай.  Улар баш ҡалабыҙҙың һәм республиканың донъя көтөү өсөн бик уңайлы икәнлеген билдәләй. Шулай уҡ беҙҙең йолаларға  һоҡланыуын йәшермәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт