Башҡортостанда Евразия иҡтисади үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан Республикалары араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн күп яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Өфөлә Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү юлдары иғтибар үҙәгендә булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһенә ярҙам итеү өсөн Өфө менән Нур-Солтан ҡалалары араһында ғинуарҙан даими авиарейс ойоштороу тураһында килешелде. Шулай уҡ Ҡаҙағстан делегацияһы Башҡортостанда асыу ҡаралған Евразия иҡтисади үҙәге эшмәкәрлеген ойоштороуға саҡырылды.

Күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 2 ярым триллион тәшкил иткән инвестициялар йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылды. Осрашыу барышында ҡунаҡтарға Республикаға идара итеү үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо.

Флорида Ким