Мәҙәни учреждениеларҙа сикләүҙәр көсәйтелә

 «Родина» кинотеатрында хәүефһеҙлек сараларын үтәү маҡсатында QR-кодтарҙы уҡыусы ҡоролма ҡуйылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишек алдында инспекторҙар температура үлсәй, һәр кемдең битлектә булыуын тикшерә. Бынан тыш, «Родина» кионотеатры тамашасыһының коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүен раҫлаусы QR-код йәки һуңғы алты ай дауамында ауырымаған тигән белешмәһе булыуы мотлаҡ.

Яҡын арала бында талаптар башҡа мәҙәни учреждениеларҙа ла көскә инәсәк. Белешмә булмаған осраҡта алдан алынған билетты һәм уға сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова