Өфөлә 7-се тапҡыр республика студенттары ҡоро ойошторолдо

«Торатау» конгресс-холлында үткән сарала алдынғы йәштәр уйындар уйнап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, интеллектуаль бәйгеләрҙә көс һынашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары тәүге медицина ярҙам күрһәтергә өйрәтеп тәжрибә уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәштәр ҡоронда  ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып изге эштәр башҡарған студенттар бүләкләнде. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле ҡатмарлы осорҙа мохтаж кешеләргә күп төрлө ярҙам күрһәтеүсе йәштәрҙең һаны быйыл 3 меңгә етте. Студенттарҙы бүләкләү сараһына ковидҡа ҡаршы вакцина ҡаҙатҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр саҡырылды.

Флорида Ким