Көҙгө муллыҡ һәм уңыш байрамы!

Республика көнө уңайынан Өфөлә сираттағы йәрминкәләр ойошторолдо. Төрлө райондарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өс көн дауамында үҙ продукциялары менән сауҙа итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баш ҡала халҡы осһоҙораҡ хаҡҡа ауыл ерендә үҫтерелгән йәшелсә, көнбағыш майы, бал, ит һәм һөт ризыҡтарын ҙур әүҙемлек менән һатып алды. Киров районындағы йәрминкәнән БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы. 

Иммунитетты күтәреү өсөн башҡорт балының файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Татлы ризыҡ бигерәк тә организмдың төрлө вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Әлеге пандемия осоронда был айырыуса көнүҙәк. Бәлки тап шуның өсөн дә Өфөләге йәрминкәләрҙә бал һатыусылар эргәһенән бер ҙә генә кеше өҙөлмәй. Йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, быйыл умартасылар ярайһы уңыш алыуға өлгәшкән.

Ә бына картуфтың уңышы әллә ни юғары булмаған. Шуға ла йәрминкәлә башлыса сит төбәктәрҙә үҫтерелгәне өҫтөнлөк итә. Был үҙ сиратында хаҡтарҙың ике тапҡырға артыуына килтергән. 

Бындай күренеште бары климат шарттарына ғына япһарырға ярамай, ти Борай районынан Сәхәповтар. Баҡсаларын ваҡытында һуғарып торған уңған ғаилә быйыл да Өфөлә йәшәүселәрҙе үҙ продукцияһы менән ҡыуандырырға килгән.

Йәрминкәлә ауылда етештерегән  башҡа аҙыҡ-түлек төрҙәре лә тәҡдим ителде. Көҙгө муллыҡ байрамынан һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Өс көн эсендә республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре Өфөнөң Киров районында 86 тонна картуф, 30 тонна һуған һәм 19 тонна бал һатҡан. Бынан тыш, башҡа төр продукцияларға ла ихтыяж ҙур булған.

Ял һәм байрам көндәрендә ауыл хужалығы йәрминәкәләре Өфөнөң башҡа райондырында ла гөрләне. Ә көндәр һыуытыу менән халыҡ көтөп алған ит баҙарҙары башлана.

Илдар Байбулатов