Иглин районы үҙәгендә Республика көнөнә арналған байрам сараһы үтте

Яңыртылған Үҙәк майҙанда төбәктең хеҙмәт уңғандарына хөкүмәт наградалары, дипломдар һәм Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында район мәғарифы өлкәһендә эшләүселәр ҙә байтаҡ булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был тармаҡта 47 йыл фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Наталья Артемьева  мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ 31 йыл башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән Светлана Әхмәҙуллина почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Сарала Иглин халҡы өсөн ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Шәхси хужалыҡтар, фермерҙар ихлас әҙерләнеп килгән. Кәштәләр ит, балыҡ, һуған һәм балдан һығылып торҙо. Санитар талаптарҙы үтәү өсөнмайҙанда ирекмәндәр битлек таратты, теләүселәр өсөн вакцина ҡаҙатыу пункты эшләне.

Әлфинә Килдейәрова