«Башҡортостан» киностудияһында Рәсәй артистары ҡатнашлығында сериал төшөрөлә

 Андрей Федорцов һәм Олег Тактаров ҡатнашлығында төшөрөлгән «Саня, газуй!» кинотаҫмаһында төп ролде Өфө актрисаһы Арина Федорова башҡара. Сериалда сервисҡа автослесарь булып эшкә урынлашҡан Саня исемле ҡыҙҙың көндәлек тормошо һүрәтләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡатмарлы һөнәр үҙләштергән гүзәл затҡа хеҙмәттәштәренең һанға һуҡмауы һәм клиенттарының уға ышанмай ҡарауы менән көрәшергә тура килә. Тырыш ҡыҙ ир-егеттәр коллективында юғалып ҡалмай һөнәри һәләттәрен иҫбатлай ала. Яңы сериалдың беренсе серияһы интернет селтәренә ноябрҙә сыға.

Флорида Ким