Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары тураһында ҡанун 1993 йылдың 12 октябрендә республика парламенты тарафынан ҡабул ителде. Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан"тантаналы көйө алынды. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә ҡабул ителде. Авторҙары шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр. Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, сәйәси ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра, ти Рәшит Шәкүр.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФәрит Иҙрисов дәүләт гимнын барыһы ла белергә тейеш, ул илһөйәрлекте тәрбиәләүҙә иң дөрөҫ алым тигән фекерҙә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт гербы ла ҡабул ителде. Уның авторы рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ ҡурай тажы һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма урын алған.