“Йәшел Башҡортостан” акцияһының көҙгө ун көнлөгө тамамланды. Унда 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республика биләмәләрендә 8 мең ярымдан ашыу ҙур ағас, 69 мең йәш үҫенте һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған, быға тиклем ултыртылғандарының 2 мең тирәһе ҡайтанан тергеҙелгән. Был турала ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа акцияны ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Республика башлығы ҡарт ағастарҙы формалашып еткән эре ағастар менән алмаштырып, ҡалаларҙың үҙәк урамдарын тәртипкә килтереүҙе, ултыртылған ағастарҙы ерегеп киткәнсе күҙ уңынан ысҡындырмауҙы һораны. Был маҡсатта муниципалитет башлыҡтарына бюджетта суммалар ҡалдырырға кәрәк була.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда киләһе акция яҙ айҙарында уҙа.