Башҡортостан предприятиелары Мәскәү өлкәһендә "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә 85 миҙал яуланы. Беҙҙең республика иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе тип танылды. Башҡортостанда етештерелгән продукция 47 алтын, 16 көмөш һәм 17 бронза миҙал менән баһаланды. Наградаларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек өсөн бирелде. Шулай уҡ тоҡомсолоҡ предприятиелары яҡшы күрһәткестәргә иреште, тип белдерҙе Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.