Был уҡыу йорто халыҡ-ара кимәлдә эшләгән юғары белем биреү учреждениеларының береһе, шуға күрә вузда сит дәүләттәрҙән килеүселәр күп.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСит ил студенттары әйтеүенсә, әлеге ваҡытта вакцинация мәкерле сиргә ҡаршы көрәштең төп алымы булып тора. Йәғни прививка һалдырыу үҙеңде генә түгел, яҡындарыңдың да хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тигән һүҙ.
Әлбиттә, сәләмәтлек торошо буйынса вакцина эшләтеү ярамаған кешеләр ҙә бар. Улар күп түгел. Байтаҡ студенттар үҙҙәренең дәүләттәрендә вакцинация үтеп килгән. Ҡалғандар уколды уҡыу йортоноң поликлиникаһында һалдыра.
Рәмзиә Кәримова