Башҡортостанда иртәгәнән 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция тәртибе ғәмәлгә инә

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Сикләү прививка яһатмағандар һәм хроник сирлеләргә ҡағыла. Оло йәштәгеләрҙе йоғошло ауырыуҙан һаҡлау өсөн ковид-госпиталь табиптарынан ошондай мөрәжәғәт булғайны. Сөнки өлкәндәр сирҙе ауыр үткәрә, үлем осраҡтары артыуы күҙәтелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ бөгөндән төбәк башлығы ҡарарына ярашлы  сауҙа үҙәктәре, музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, концерт залдары,мәҙәниәт йорттарына  прививка тураһындағы сертификат йә иһә ярты йыл эсендә коронавирус үткәреүҙе дәлилләүсе белешмә менән инергә мөмкин.

27 октябргә тиклем ПЦР-анализы справкаһы ла ғәмәлдә, ул һуңғы өс тәүлектә яһатылған булырға тейеш. Был сикләү шулай уҡ ҡала -ара автобустары, «Орлан» поезына билет алыусыларға ҡаағыла. 

Республика Башлығы  тейешле ойошмаларға көндәр һыуытыу һәм юлдарҙағы хәл тураһында халыҡты алдан иҫкәртергә ҡушты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыуға түбән баһа ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе Нефтекама ҡалаһындағы офицерҙар аллеяһын башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

Муниципалитеттарға был маҡсатта ҡаҙнаға аҡса алдан һалып ҡуйырға кәрәклеген билдәләне. Быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө этабы 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем уҙҙы. Сараларҙа 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.  69 мең  ҡыуаҡ һәм ағас,   8 мең ярым  эре ағас үҫентеһе ултыртылған.

Рәмилә Исмәғилева