Был донъяуи кимәл һәм предприятиела бер ваҡытта ла кадрҙарға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә ойошторолған производство -уҡытыу үҙәген ҡарап сыҡҡандан һуң Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов шулай тип белдерҙе. Күрше төбәк етәксеһе республикаға Ростех корпорацияһына ҡараған предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашырға килде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан менән Татарстан башлыҡтары Күмертау авиация етештереү предприятиеһында ла эштәр барышы менән танышты. Теманы Айнур Кәбиров дауам итә.

Мәктәп ҡыңғырауы быйыл Өфө моторҙар эшләү берекмәһе өсөн дә яңғыраны. Предприятиела яңы уҡыу миҙгеле башланды. Ләкин парталар урынына станоктар, ә ҡәләмде штангенциркуль алмаштыра. Хәйер, дәрескә йөрөүселәрҙең йәше лә балаларса түгел. Уҡытыу-етештереү үҙәгенә студенттар ҙа, йылдар дауамында заводта эшләгән тәжрибәле белгестәр ҙә йөрөй.

Артур ҙа һөнәре буйынса ташсы. Себер тарафтарында байтаҡ ҡына йөрөп ҡайтҡандан һуң, мәшғүллек йүнәлешен үҙәгәртергә ҡарар итә. Уҡыу еңел бара, ти егет. Сөнки белем биреүҙең 70 проценты станоктар артында ғәмәли эштә үтә.

Үҙәктә йыл һайын 2000 белгес әҙерлек үтәсәк. Белем алыусыларға 260 оҡшаш  компетенциялар тәҡдим ителә.

Рөстәм Миңлеханов Уҡытыу-етештереү үҙәген уникаль күренеш тип баһаланы. Бындағы мөмкинлектәр донъяүи сәнәғәт өлгөләренә тиң. Әгәр әлеге ваҡытта ниндәйҙер производство төҙөлә икән, ул тап ошондай булырға тейеш, тине Татарстан Президенты.

Рөстәм Миңлеханов Татарстанда ла ошондай проект булдырасағын белдерҙе. Сөнки күрше республикала ла Ростех корпорацияһының байтаҡ предприятиелары эшләй. Ғөмүмән кластерҙы үҫтереү өсөн унификация талап ителә.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһында уҙған кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр ҡаралды. Илдең төрлө төбәктәрендәге авиация предприятиеларын берләштереп дөйөм бер осоу апараттары сығарыу ниәтләнә, тине корпорация етәксеһе Анатолий Сердюков.

Һуңғы ике йылда предприятиеның финанс хәле яҡшыра. Күләмле проекттар башлау мөмкинге барлыҡҡа килә. Ләкин тәүҙә предприятиеларҙы һөҙөмтәләштереү кәрәк, тиелде кәңәшмәлә. Буш торған майҙандарҙан, ер участкаларынан  арыныу, етештереү линияларын замансалаштырыу.  Йәғни юғарыға күтәрелеү өсөн тәүҙә ерҙәге эштәрҙе яйға һалыу мотлаҡ.

Айнур Кәбиров