Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йорт ихатаһында автомобилдәр парковкаһы төҙөлә башланы

Левитан урамы 14/1 адресы буйынса йәшәүселәр был үҙгәрештәргә ҡарата дәғүәләрен белдерҙе. Урындағы халыҡ иркен уйын майҙансығы урынына һалым хеҙмәте өсөн парковка ойоштороуға ҡаршы. Етмәһә, балалар майҙансығы сүп-сар контейнерҙарына яҡын күсерелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дим биҫтәһенең Левитан урамында йәшәүселәр ихаталағы балалар майҙансығы урынынан күсерелгәнен күреп шаҡ ҡата.Оҙаҡ йылдар уйын һәм ял өсөн ҡаралған иркен майҙанда төҙөкләндереү эштәре башланған.Тиҙҙән был участкала һалым хеҙмәте парковкаһы барлыҡҡа килә.

Зыян күреүселәр әйтеүенсә, яңы парковка ихатаны ҡаплап көндәлек тормошҡа мәшәҡәттәр өҫтәй. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта янғын һүндереү һәм ашығыс ярҙам машиналарына подъезға яҡын туҡтау өсөн юл бикләнә.

Фатир хужалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы тарафынан йәмәғәт ултырышы ойошторолманы, балалар майҙансығын икенсе урынға күсереү өсөн урындағы халыҡтан рөхсәт  һоралманы тип дәғүәләрен еткерҙе.

Балалар майҙансығы быға тиклем йәшел үләнле тупраҡ ерҙә урынлашҡан булһа, әле конструкциялар асфальт ҡатламы йәйелгән юлға күсерелгән. Бынан тыш, йортта йәшәүселәр сүп-сар контейнеры яҡын булыуға хафалана, йәйге эҫе көндәрҙе майҙанда насар еҫ сығыуы ихтимал.

Торлаҡ йорт ихатаһындағы парковканы һалым хеҙмәте  төҙөкләнделә. Ремонт эштәре законға ярашлы башҡарыла, шуға ла төҙөкләндереүҙе туҡтатыу тураһында һүҙ йөрөтөлмәй. Кәйефте ҡырған сүп контейнерҙарын тиҙ арала юл аша күсереп ҡуйыу маҡсаты тора.

Әлегә малай-ҡыҙҙарға  балалар майҙансығында уйнарға рөхсәт ителмәй, бер аҙна эсендә участка тәртипкә килтерелер тип көтөлә. Төҙөкләндереү эштәре тамамланғас майҙансыҡтың байтаҡ өлөшө парковкаға бирелә. Вәғәҙәләргә ярашлы, уны йортта йәшәүсе граждандар ҙа файҙалана ала.

Флорида Ким