Оператив кәңәшмәлә яңы тәғәйенләүҙәр тураһында ла әйтелде

Урал Килсенбаев Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы  вазифаһын үтәү Арыҫлан  Шәһәретдиновҡа  тапшырыла. Бығаса ул төбәк етәксеһенең  мәғариф буйынса  идаралығы кәңәшсеһе булып эшләгән. Бүздәк районын ваҡытлыса Илнур Иғдиев етәкләй, ул элекке  Асҡын районы башлығы урынбаҫары. Стәрлетамаҡта Владимир Куликов урынына быға тиклем Өфө мэры урынбаҫары булған Рөстәм Ғәзизов эшләйәсәк.

Уҙған аҙнала вазифаларынан бушатылған муниципалитет башлыҡтары ла командала ҡала, тине Радий Хәбиров.

Рәмилә Исмәғилева