15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана

Ул бер ай дауам итә. Мәғлүмәттәр электрон рәүештә туплана. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып Берҙәм дәүләт порталы аша ла кампанияла ҡатнашырға мөмкин. Порталда 8 ноябргәсә шәхси мәғлүмәттәрҙе индереү мөмкин. Ябай ғына һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Улар йәшәү шарттары, килем сығанаҡтары һәм башҡалар тураһында. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ҡағылышлы һорауҙар бөгөн семинар-кәңәшмәлә ҡаралды. Иҫәп алыусылар өйгә килә, шулай уҡ стационар участкаларҙа теркәлергә була. Дәүләт порталында иҫәп алыу 8 ноябрҙә тамамланһа, участкаларҙа ул 14 ноябргә тиклем дауам итә.

Лида Иҫәргәкова, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары

Рәмилә Исмәғилева