Юлсылар асфальт-бетон ҡатламын түшәү эштәрен башланы. Яҡын арала яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыу, юл һыҙаттарын һыҙыу күҙаллана. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКүперҙә эш бер минутҡа ла туҡтамай. Һауа торошо ла асфальт түшәүгә мөмкинлек бирә. Асфальт-бетон ҡатнашмаһы тейәгән техника бер-бер артлы килә, юлсылар уны тигеҙ итеп таратып һала. Артабан эҫе асфальт өҫтөнән каток машиналары үтә.
Асфальттың һәр ҡатламына мең ярым тонна таш сарыф ителә. Күпергә илтеүсе юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Ағиҙелдең ике ярында ла ҡеүәтле техника, асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәр алдынан әҙерлек эштәре башҡара.
Төҙөүселәр сентябрь аҙағында күпер ҡоролмаһын 7 терәүгә беркетә. Шул уҡ ваҡытта дренаж системаһы ла төҙөлә. Тимәк, асфальт өҫтөндә йыйылған һыу тура йылғаға түгел, ә махсус торбаларға ағып төшәсәк. Ул торбалар эргәләге һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларына тоташтырылған.
Яңы күпер өс һыҙатлы була. Уларҙың һәр ҡайһыһының киңлеге 4 метр самаһы, оҙонлоғо 688 метр. Асфальт түшәү тамамланғас, күперҙә яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге асылған юл үткәргес һәм яңы күпер баш ҡаланың көнъяҡ ҡапҡаһының үткәреү һәләтен арттырыр тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова