Республика менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәттәр арта

Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 6 мең 200-ҙән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был уҙған аҙна менән сағыштырғанда 2 мең 600-гә күберәк. Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк вакцинация, коронавирус менән ауырыу тураһында медицина белешмәһе кеүек мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән.