Башҡортостанда коронавирус яңы рекорд ҡуйҙы

Бөгөндән Башҡортостанда Коронавирустан вакцина эшләтмәгән һәм хроник сирле 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе иғлан ителде. Табиптар белдереүенсә, улар ҡаты сирләй, сирҙән үлеүселәр күберәк теркәлә. Сикләү дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡабул ителгән, ти республиканың элекке премьер-министр урынбаҫары Фидүс Ямалетдинов. Ул үҙе “Спутник” вакцинаһы яһатҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған көн коронавирус таралыуын сикләү буйынса “Юғары әҙерлек” режимы указына яңы үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, сауҙа үҙәктәре, театр, музей, кинотеатр, мәҙәниәт йорттарына инеү, шулай уҡ ҡала-ара автобустары йәки ҡала яны поезында йөрөү өсөн вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе талап ителә. Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны арта бара. Һуңғы тәүлектә сирҙе 662 кеше йоҡторған, 35 пациенттың ғүмере өҙөлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауырыусыларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Бөгөнгә 1 миллион 228 мең кеше прививка эшләткән.