Бер ай дауамында барасаҡ кампанияла ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәйбулла районында мөһим сарала 55 иҫәп алыусы һәм 9 контролер йәлеп ителә. Барлығы 4 иҫәп алыу пункты булдырылған. Белгестәр йыйылған мәғлүмәттәрҙе планшеттарға индерә. Мәҫәлән, кешенең йәшәү адресы, йәше, ғаилә хәле, гражданлығы һәм башҡалар. Иҫәп теркәүсе мәғлүмәтте яуап биреүсенең шәхси һүҙҙәренән тултыра, бер ниндәй ҙә документар күрһәтелмәй.
Иҫәп алыусыларға тулы мәғлүмәт алыу өсөн халыҡтың ишектәрен асыуы, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе эттәрен бәйҙә тотоуы һорала. Рәсәй тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһендә ҡатнашыусыларҙы махсус кейемдәре һәм таныҡлыҡтары буйынса танырға мөмкин буласаҡ.
Илдар Байбулатов