Дөйөм һандар 74 меңде ашып китте. 35 кешенең ғүмере өҙөлгән, пандемия башланған көндән хәүефле сирҙән мәрхүм булыусылар һаны 1982-гә етте. Дауаханаларҙа әле барлығы бер мең 87 пациент дауалана, уларҙың илле бере ауыр хәлдә, 22 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВакциналау күрһәткестәренә килгәндә, һуңғы тәүлектә 9 меңдән ашыу замандашыбыҙ коронавирустан прививка яһатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар бер миллион 229 меңгә етеп килә. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозаһы 1 миллион 892 меңгә яҡын.