Башҡортостанда коронавирус тағы 36 кешене үлтерҙе

Башҡортостанда  һуңғы тәүлектә  652 кеше  коронавирус  йоҡторған. 36  пациенттың ғүмере өҙөлгән, 608 кеше һауыҡҡан. Әле  7 меңдән ашыу  ауырыу бар, уларҙың 1 меңдән ашыуы  дауаханаға һалынған. 51 кеше ауыр хәлдә. Башҡортостанда  айырым  граждандар коронавирустан  мотлаҡ вакцина алырға  тейеш.  Талапты  үтәмәүселәргә ҡарата  ниндәй  саралар ҡулланыла? Ошо  һәм башҡа һорауҙарға  бөгөн  БСТ телеканалында  яуап бирәләр.  Брифинг  15 сәғәттә башлана. Трансляцияны  телеканалдың социаль селтәрҙәрендә  ҡарарға була.