Башҡортостанда бизнес-инкубаторҙар резиденттары 2 мең ярымдан ашыу эш урыны булдырған. Уларҙың эшмәкәрлеге хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, республикала ике бизнес-инкубатор Сибай һәм Салауат ҡалаларында булдырылған. Быйыл уларға республика ҡаҙнаһынан 8 миллион 600 мең һум ярҙам ҡаралған. Бизнес-инкубаторҙарҙың төп маҡсаты йәш эшҡыуарҙарҙың проекттарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү.