Өфөлә тағы өс күпер төҙөргә кәрәк

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә транспорт инфраструктураһы үҫешеүе тураһында хәбәр итте. Бер юлы ике ҙур проект буйынса эш бара. Көнсығыш юл төҙөлә, шулай уҡ Ағиҙел күперендә ремонт эшләнә. Тағы өс күпер кәрәк. Улар Кузнецов Затонында, Интернационал урамы башланған урында һәм Дим районына табан була. Башҡараһы эштәр күп, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.