Радий Хәбиров Рәсәй 24 каналына биргән интервьюһында республикала коронавирусҡа бәйле хәлде хәүефле тип билдәләне. Төбәк башлығы әйтеүенсә, сирҙе йоҡтороусылар, үлеүселәр һаны буйынса ла көн дә тиерлек рекорд ҡуйыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШуға ҡарамаҫтан, республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы был көсөргәнеште күтәрә ала. Башҡортостанда пандемия башланғас та дауалау урындарын арттырыу буйынса бик күп эштәр башҡарҙы. Хәҙер беҙҙең төп маҡсат вакцина эшләткәндәр һанын арттырыу, тине Радий Хәбиров тапшырыу алып барыусыларға.
Республикала 2 миллион 400 мең кешегә привика яһатыу бурысы ҡуйылған. Әлегә уларҙың илле проценттан ашыуы вакцинация үткән дә инде. Тик вакцинаның яман сирҙе еңеләйтеүен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, тине республика башлығы интервьюһында.
Айнур Кәбиров