Ленинград өлкәһендә Бөтә Рәсәй балалар экология кинофестивале үтә. Күләмле сарала илдең 18 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдары юғары баһаланыр тип көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБалалар эштәрендә сүп-сарҙы айырып йыйыу, тәбиғәт ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу темаларына туҡталған. Һәр ижади материал экоактивистар менән берлектә төшөрөлгән. Әйтәйек, «Таҙа Өфө» экология хәрәкәте етәксеһе Елена Воробьева пластик һауыттарҙан ҡапҡас йыйыу серҙәре менән уртаҡлашҡан.
Гөлназ Хәйбуллина