Диләгә ярҙам кәрәк. Баймаҡ ҡыҙы Дилә Дәминева бер йыл элек баш мейеһенә ҡан һауыу сәбәпле гемаррагик инсульт кисерә һәм оҙайлы комаға китә. Яман сир арҡаһында баш һөйәгенең яртыһын алып ташлайҙар. Хәҙер ҡыҙға ҡиммәтле операция талап ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБынан бер йыл элек Дилә бер кемде лә танымай, хәрәкәтһеҙ, һөйләшергә лә онотҡан ине, тип хәтерләй ул ауыр көндәрҙе әсәһе Рәйлә Заманова. Һәр нәмәгә яңынан өйрәнергә тура килә Диләгә.Әлеге көндә ул ире һәм ҡыҙы янында. Барса яҡындары уға һәр яҡлап терәк.
Инсульт булып комаға киткәнендә Дилә Дәминева йөклө була. Яҡты донъяға тыуасаҡ сабый һәм йәш әсәнең йәшәү өсөн көрәше барыһында хайран ҡалдыра. Ә бит табиптар туғандарына иң күңелһеҙ хәлгә әҙерләнергә ҡуша.Бөгөн бәләкәй Әминәгә 1 йәш. Йәш ғаилә тормош ҡуйған ауыр һынауҙарҙы иңгә‐ иң терәп күтәрә.
Дилә бала саҡтан тырыш,сәмсел, спортты ярата.Ошо һыҙаттары уға бирешергә юл ҡуймай. ҡыҙ һауығып яратҡан эше менән шөғөлләнергә, аспирантурала уҡыуын дауам итергә хыяллана. Бөгөн ул үҙ өҫтөндә бик күп эшләй,хәле килгәндәй бар йомошон үҙе башҡара.
Диләгә тулыһынса алға китер өсөн тағы ла бер операция кәрәк.Был бик күп сығымдар талап итә. Шуның өсөн дә мәрхәмәтле кешеләрҙе Дилә Дәминеваға ярҙам итергә саҡырабыҙ.
(8 963 134 60 77 телефон һандары Дилә Дәминеваның картаһына бәйле, карта номеры 220 220 076 617 4658 бегущей строкой)
Раушания Рәхимова