Европалағы иң ҙур атлы скульптураны төҙөкләндереү өсөн уны постаменттан алыу мотлаҡ. Сөнки милли батыр һыны ҡуйылған күтәрмә лә тәбиғәт һәм ваҡыт һынауына бирешкән. Ләкин һәйкәлде урында ғына төҙөкләндереү күҙаллана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСиткә алып китеү, бәғзеләр уйлап сығарғанса юғалтыу, алмаштырыу, хатта бөтөнләй юҡҡа сығарыу кеүек баш баштаҡлыҡтарға юл ҡуйылмаясаҡ. Тап ошо имеш-митмештәр йәмәғәтселектә ығы-зығы тыуҙырҙы ла инде. Бөгөн мәсьәлә белгестәр, власть вәкилдәре һәм йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде.
Уникаль кадрҙар. Салауат Юлаев һәйкәленең эсендә төшөрөлгән видеоны көн дә күрермен тимә. Ләкин күренеш ҡыуаныслы түгел. Скульптура тутлап үтәнәнә-үтә тишелә башлаған. Һәйкәлдең йөйҙәренән урам күренеп тора. Ҡайһы бер тишектәр хатта ҡоштар инерлек булып ҙурайған.
Тыштан да хәл яҡшынан түгел. Ҡояш, ямғыр, һалҡындар тәҫирендә Салауат һәйкәле тотошлайы менән тут төҫөнә инә бара. Бер нисә йыл элек яғылған һаҡлау ҡатламы ла юҡҡа сыҡҡан. Ә бит был кеше күҙенә күренгәне генә.
Шуға күрә реставрация эштәрен дә һәйкәлде ҡуҙғалтмайынса эшләү мөмкин түгел. Әммә был скульпутаны ҡайҙалыр олаҡтыралар тигәнде аңлатмай. Салауат һыны урында уҡ реконструкциялана. Эштәр барышы һәр кемдең күҙ алдында буласаҡ. Ләкин һәйкәлде ҡуҙғалтыр алдынан 3 д сканер аша уҙғарасаҡтар. Был технология скульптураны миллиметрға тиклем тәүгилеш рәүештә урынлаштырыу мөмкинлеге бирә.
Шулай уҡ төҙөкләндереү эштәрендә лә яңы технологиялар ҡулланыласаҡ. Заманса материалдар суйынды йөҙәр йылдар тәбиғәт һынауына бирешмәҫлек итеп сыныҡтыра. Кеше үҙе генә ҡамасауламаһын. Юғиһә һәйкәл тирәләй нигеҙһеҙ һүҙ ҡуйыртыусылар ҙа юҡ түгел.
Республика етәкселеге аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн йәмәғәт әүҙемселәре, белгестәр һәм яуаплы ойошмалар вәкилдәрен берләштергән совет төҙөнө. Тап ошо төркөм Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереүҙе күҙәтәсәк. Хәйер был мөмкинлек һәр кемгә лә бирелә.
План буйынса проект документтары киләһе йылдың майына әҙер булыр тип көтөлә. Төҙөкләндереү эштәре иһә туғыҙ айға һуҙыласаҡ. Тотҡарлаусылар булмаһа, милли геройыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы яңыртылған һәйкәл менән ҡаршы аласаҡбыҙ.
Айнур Кәбиров