Өфөнөң 21-се дауаханаһында Венер Сәхәүетдиновҡа бюст асылды

Табипҡа бюст асыу сараһына  уның яҡындары,хеҙмәттәштәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Бюст ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған. Заманында Венер Сәхәүетдинов 21-се ҡала клиник дауаханаһын асыуҙы ойошторған, унда медицина университетының кафедраһы эшләп килә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Венер  Сәхәүетдинов Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Сибай ҡала дауаханаһында хирург булып эшләгән. Артабан СССР Медицина фәндәре академияһы аспирантураһында белемен камиллаштыра.1982-1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында ректор булып эшләй.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Фәнни эштәре йүнәлештәре: остеомиелитты, йыуан эсәк патологияһын хирургик дауалау, үпкә һәм эренле шешек ауырыуҙары хирургияһы.

Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторолған. Ғалимдың уҡыусылары - тиҫтәләгән  фән докторы, ҡырҡтан ашыу  фән кандидаты.

Рәмилә Исмәғилева