"Ҡорал тапшыр - аҡса ал" программаһы республикала 2018 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Халыҡ законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм хәрби припастарҙы үҙ ирке менән тапшыра һәм бының өсөн яуапҡа тартырылмай, уға аҡса түләнә. Сентябрь айында ғына 300 мең һумлыҡ ҡорал тапшырғандар. Уҙған йылда Башҡортостан халҡынан 135 ҡорал, 11 мең хәрби припас йыйып алынған, улар өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.