Мишкә районында полилингваль мәктәп барлыҡҡа килә

Бында мари телен тәрән өйрәнеү була. Күп профилле белем биреү ойошмаһы Мишкә ауылының 2-се мәктәбе нигеҙендә ойошторола. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәргән ултырышта яңы полилингваль мәктәп асыу мәсьәләләре ҡаралды. Яҡын арала Мишкә ауылының 2-се мәктәбендә капиталь ремонт башланырға тейеш. Республикала 105 меңдән ашыу мари йәшәй. Уларҙың күбеһе Мишкәлә төпләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйыл августа районға сәфәре барышында, күп профилле белем биреү ойошмаһын асыу тәҡдиме әйтелгәйне. Әле республикала 4 полилингваль мәктәп эшләп килә. 2024 йылғаса уларҙың һаны 12-гә етергә тейеш.