Башҡортостанда 27 ир-уҙаманға «Атай даны» йәмәғәт наградаһы тапшырылды

 Был конкурс икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм ул ғаилә институтын, атайҙар абруйын арттырыуға йүнәлтелгән. Республика конкурсына илдә иғлан ителгән Атайҙар көнө алдынан йомғаҡ яһала. Был байрам быйыл ғына булдырылды һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе билдәләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, конкурста ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ. Республиканың 47 районынан 184 ғариза килгән. Малайҙары үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһа ла, Хәлил Хәмзин был конкурсҡа тәүгеләрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән. Сөнки атайҙарға баһаны тап улдарына ҡарап бирергә мөмкин ти ул. Асҡар менән Эрнест Хәмзиндар илдә танылған рапирасылар. Ата-әсәһе сәнғәт кешеләре  булыуға ҡарамаҫтан, малайҙарҙың профессиональ спортты һайлауҙары аталарының хәстәрлеге.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың һәр береһе үҙ тармағында абруйлы. Әммә конкурсты ойоштороусылар өсөн иң мөһим сифат ул атай абруйы. Йәмғиәттә ирҙәр дәрәжәһен күтәреү, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә күберәк атай тәжрибәһен йәлеп итеү тәү маҡсат. Сөнки һуңғы йылдарҙа был төшөнсәләр артҡы һыҙыҡта ҡала бара, ти ойоштороусылар.

Айнур Кәбиров