Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекты статусына эйә булды

 Был туралағы күрһәтмәгә Республика Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, бынан ары Талҡаҫта тәбиғәтте һаҡлауҙы боҙоуға килтереүе ихтимал эшмәкәрлек, шул иҫәптән файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, бырыулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары һәм башҡалар тыйыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Талҡаҫ күленә ошондай статус бирергә Башҡортостан Башлығы ҡушҡан. Алдараҡ Баймаҡ районында йәшәүселәр төбәктә йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп  файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы бизнесмендарға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Бынан тыш, «Семеновск руднигы» компанияһы  Талҡаҫ күленән алыҫ түгел карьер асырға планлаштыра ине. 

Гөлдәриә Йосопова