Матур булайым тиһәң, тәүҙә прививка яһат

Киләһе аҙнанан юғары әҙерлек режимының өсөнсө этабы буйынса сикләүҙәр үҙ көсөнә инә. Матурлыҡ салондары клиенттарын юғалтмау өсөн 18 октябргә тиклем үк хәстәрлек күрә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яһалма матурлыҡҡа һорау пандемия ваҡытында ла кәмемәй. Алдан яҙылып ҡуйған клиенттарға матурлыҡ салоны хеҙмәткәрҙәре шылтыратып иҫкәртеү яһай. 18 октябрҙән уларға прививка куар коды, сирләгән турала белешмә йәки пцр анализы менән генә инергә мөмкин буласаҡ. Студияға килеүселәрҙе хатта был аҙнала уҡ сертификат һорап индерә башлағандар. Бер ханымға хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тартырға тура килде, ти салон хужалары.  

Өфөләге был яһалма сәс үҫтереү студияһы пандемия башланған мәлдә асылған. Гәрәевтарҙың ғаилә бизнесына нигеҙ ете йыл элек һалынған һәм үҙ клиенттар базаһы бар. Шуға ла ҙур юғалтыу кисермәгәндәр. Коронавирус менән сирләүселәр һаны күбәйгәндә күрелгән сараларҙы улар ыңғай ҡабул итә.

Керпек үҫтереү буйынса эшләгән салон  иһә тотош ябылып торған ваҡытта килем юғалтыуҙан тыш минусҡа киткән. Әлегә яһалма керпектәргә мода ҡала килә, студияла буш урындар ҙа юҡ тиерлек. Сикләү иһә килемгә 20-30 процент кире тәьҫир яһар тип күҙаллай улар.   

Әлбиттә, прививкаһыҙ клиенттар беҙгә килә алмаясаҡ. Әммә беҙ улар ҙа ковидтан вакцина яһатырҙар тип өмөт итәбеҙ. Студияла стерилле шарттарҙа эшләйбеҙ. Бөтөнләй ябып ҡуймайынса сикләү буйынса эшләтеүгә беҙ риза. 

Анна Шаповалова, матурлыҡ салоны хужаһы

Матурлыҡ салондары юғалтасаҡ проценттарын һанаһа, сараларҙың маҡсаты – ковидтан прививка яһатыусылар процентын күтәреү менән коллектив иммунитет булдырыу. 

18 октябрҙән ғәмәлгә ингән сикләү исемлегенә шулай уҡ массаж салондары, солярийҙар, мунса-сауналар, физкультура- һауыҡтырыу комплекстары, фитнес клубтар, ресторан һәм кафелар инә. 

Рәмилә Исмәғилева