Бөрйән районы үҙәгендә балалар баҡсаһы, Нәби ауылында мәктәп сафҡа индерелә

Был ҡарарҙар бөгөн Башҡортостан башлығының Бөрйән районына эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Радий Хәбиров төбәктә юлдар, күперҙәр мәсьәләләре буйынса халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарҙы, Шүлгәнташ музей комплексында булды. Төбәк халҡы өсөн мөһим яңылыҡтарға бай эш сәфәренән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Түшәмдәр таяу менән нығытылып ҡуйылған, иҙәндәрҙең ярығына аяҡ һыймалы, ә ишек, тәҙрә яңаҡтары ҡыйшая башлаған. Ете тиҫтәнән ашыу бала уҡыған Нәби мәктәбе  Бөрйән районындағы иң боронғо белем усағы.Ул 1959 йылда ерле халыҡ көсө менән төҙөлгән.  Мәғариф учреждениеһы ярты быуаттан ашыу халыҡҡа хеҙмәт итә, тик бөгөн обьект заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Һүҙ тәү сиратта уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында бара.

Республика башлығы Нәби ауылында ике йыл эсендә яңы белем усағын төҙөү бурысын ҡуйҙы. Объект 60 урынға иҫәпләнгән мәктәпте һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә аласаҡ.

Нәби халҡын борсоған тағы ла бер проблема-Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән бәйле. Халыҡ ғүмер буйы күпер төҙөлөүен көтә, объект сафҡа индерелә, тик техник нормативтар үҙгәреү сәбәпле транспорт хәрәкәте тыйыла.

Республика башлығы бер ай эседә проблеманы хәл итеү бурысын йөкмәтте. Күперҙән еңел автомобилдәр йөрөй алырға тейеш.

Бөрйән районы үҙәгенең Ҡайынтүш биҫтәһендә йәшәүселәр яңы балалар баҡсаһы хаҡында хыяллана. Уҙған быуат уртаһында төҙөлгән ағас бина емерек хәлдә, шуға ҡарамаҫтан мәктәпкәсә учреждениеға 60 бала йөрөй, ә ихтыяж күберәк. Ошонда уҡ 17 уҡыусыға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп тә эшләп килә.

Радий Хәбиров кисекмәҫтән проект эштәрен башларға ҡушты. Балалар баҡсаһын Республика адреслы инвестициялар программаһы буйынса төҙөү күҙаллана. Тыуым күрһәткесе иң юғары булған Бөрйән районы өсөн мәғариф учреждениелары айырыуса мөһим.

Ырғыҙлы халҡының да юл төҙөлөшө менән бәйле һорауҙары бар.  Күгәрсен районының сигендә урынлашҡан ауыл өсөн Мораҡҡа тиклем юл һалыу көнүҙәк мәсьәлә. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ тине. Ә бына Ырғыҙлы ауылының үҙәк урамында мотлаҡ асфальт ҡатламы һалынасаҡ.

Данлыҡлы Шүлгәнташ эргәһендә әле мәмерйәнең күсермәһен үҙ эсенә алған музей комплесы төҙөлә. Заманса обьект үҙ эсенә башҡа экспозицияларҙы ла, конференция залдарын да ала.

Фәнни күҙлектән ҡарағанда Шүлгәнташ мәмерйәһенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, уның асылмаған серҙәре күп. Музей комплексы туристарҙы ҡабул итә башлау менән мәмерйә ғилми эҙләнеүҙәр  өсөн генә файҙаланыласаҡ. Сөнки залдарҙағы боронғо һүрәттәр кешеләрҙең тын алышынан да сифатын юғалта. Музей комплексы киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыла.

Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлаған Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөрйән районының ғына түгел, тотош Республиканың ғорурлығы, уның исеме бөтә донъяға билдәле. Әммә мәмерйә 1965 йылда уҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителһә лә һаҡлау йәһәтенән эш тейешле кимәлдә алып барылмай. Яңы заманса комплекс Шүлгәнташтың ҡиммәттәре менән  туристарҙы зыян килтермәйенсә генә таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Рәмзиә Кәримова