Өфөнөң Сергиев зыяратында шәмбе өмәһе үтте

 Сара сиктәрендә совет һалдаттарының ҡәберлектәренән сүп-сар, кипкән ағас ботаҡтары йыйып алынды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрби кейемдәрҙе эш формаһына алмаштырып, Афғанстан, спецназ ветерандары ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерҙе. Сергиев зыяратында 2 мең ярымдан ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы ерләнгән. Улар 1942-1945 йылдарҙа яҡында ғына асылған госпиталдә дауаланған.

 Ҡыҙғанысҡа, ҡаты яраланған һалдаттарҙың барыһы ла иҫән ҡалмай. Сергиев зыяратында илдең төрлө төбәктәре вәкилдәре ерләнгән. Ошо арала Өфөнөң башҡа зыяраттарын да сүп-сарҙан таҙартыу планлаштырылған.

Әлфинә Килдейәрова