Туймазы ҡалаһында Ырыуҙар йыйынының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылының оло һәм әһәмиәтле сараларының береһе – Ырыуҙар йыйынының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, рәсми ҡунаҡтар, тарихсы-ғалимдар, тел белгестәре, республиканың төрлө төбәгенән килгән 26 ырыу вариҫтары, Силәбе өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Пермь крайы аҫаба башҡорттар ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған йыйын сиктәрендә йыл башынан республикабыҙҙың төрлө төбәгендә 20 оло ҡор үтте. Йыйында халҡыбыҙҙың тарихын, нәҫел тамырҙарын, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынды ошо рухта тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләр һәм башҡорт халҡының артабанғы үҫеш стратегияһы юлдары барланды.

Ырыу йыйындарында халыҡ үҙ нәҫел ебен барлау, шәжәрә төҙөү менән бер рәттән, үҙ төбәгенә генә хас кәсеп-шөғөл, ҡул эштәрен, боронғо кейем өлгөләрен дә иҫкә төшөрҙө. Һәр йыйындың йөрәге булған күргәҙмә залдарында халҡыбыҙҙың сағыу һәм бай матди мираҫы урын алды.   

Ырыуҙар йыйынының пленар өлөшөндә ҡор башлыҡтары хөкүмәт органдарының рәсми вәкилдәре, тарихсы-ғалимдар менән берлектә башҡорт халҡының киләсәген билдәләрҙәй аныҡ программа һәм рәсми акттар ҡабул итте.

Оло ҡорға йыйылыу – халҡыбыҙҙа борондан килгән йола. Элек ырыу-ара йыйындар ҡайҙа үткәрелһә, шул урындың исеме менән аталған. Киреһенсә лә булған: йыйындарҙың даны урын исеменә күскән. Улар ер-һыу атамаһында әле лә һаҡлана: Хөкөм тауы, Әңгәмә тауы, Ҡортау. Башҡорт ырыуҙарының сираттағы оло ҡоро иһә быйыл Туймазы районының данлы Ҡандракүл буйында үтә.

Сара урыны осраҡлы һайланмаған, борондан бында ата-бабалар оло кәңәшмәгә йыйылыр булған, әлеге көндә лә күл буйындағы ҡая ташында ырыуҙар тамғалары һаҡлана.

Сара сиктәрендә боронғо башҡорт ауылы Ҡандры-Төмәкәйҙә урынлаштырылған иҫтәлекле монумент – ырыу тамғалары уйылған ысын тарихи таштың күсермәһе. Ата-бабаларыбыҙҙың үҙ ҡулы менән ҡуйған ырыу тамғаларын тергеҙеү – йыйындарҙа борон ҡабул ителгән берҙәмлек һәм рухи ныҡлыҡ килешеүенең вариҫтары тарафынан бөгөн йәнә яңыртылды һәм нығытылды, тип аңларға кәрәк.

 Гөлдәр Сафина