Белорет металлургия комбинатында прививка ҡаҙатҡан хеҙмәткәрҙәр һаны өс меңгә еткән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында Роспотребнадзор тарафынан  ҡаланың эре сәнәғәт компаниялары эшселәренә мотлаҡ вакциналау ойоштороу тураһында иҫкәрмә яһалғайны. Был исемлеккә металлургия комбинаты ла эләкте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Урындағы етәкселек район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән берлектә коллективҡа аңлатыу эше уҙғарған. Хеҙмәткәрҙәр хәҙер сиратһыҙ эш урынында уҡ иммунитетын нығыта ала.

Учреждение биләмәһендә өс мобиль вакциналау пункты булдырылған, табиптар граждандарҙы аҙнаһына дүрт тапҡыр ҡабул итә. Шулай уҡ комбинат тарафынан прививка яһатыусыларға матди дәртләндереү сараһы ла булдырылған. 

Гөлназ Хәйбуллина