Башҡортостанда инфекцион дауаханалар төҙөү тәжрибәһе менән Белгород вәкилдәре ҡыҙыҡһына. Өлкә губернаторы урынбаҫары Владимир Базаров етәкселегендәге делегация бөгөн беҙҙең республикаға рәсми сәфәр менән килде. Улар Өфө районы Зубов ауылы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталдәрҙә булды. Владимир Базаров әйтеүенсә, Белгородта ла шундай дауаханалар төҙөү ниәте өйрәнелә. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡтағы клиник-диагностик инфекцион үҙәктәр бер нисә ай дауамында төҙөлдө. Бындай тәжрибә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.