“Рәсми статистика бары тик аныҡ һандарҙан торорға тейеш. Күрһәткестәр проблемаларҙы асыҡларға һәм үҫеш нөктәләрен билдәләргә ярҙам итә”. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тураһында ошондай фекер белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ иҫәбен алыусылар бөгөндән йорттар буйлап йөрөй башланы. Улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске унға тиклем эшләй. Республикала 7 мең 431 кеше мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә. Башҡортостан халыҡ һаны буйынса илдә - 7-се, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Халыҡ иҫәбән алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итә. Төпкөл урындарҙа 20 декабргә тиклем бара.