Римма Үтәшева һәм Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһына һайланды, Рәшит Ғәтиәтуллин октябрь башында вәкәлләттәрен һалды. Был мандаттарҙы йәмәғәтсе Елена Арямнова, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм психиатрия дауаханаһы баш табибы Таһир Ғиззәтуллин алды. Уларҙың барыһы ла "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре. Республика парламентынан киткән депутаттар партия исемлеге буйынса һайланған булған, шуға өҫтәмә һайлау ойошторолмаған.