Быйыл республикала 100-ҙән ашыу күп фатирлы йорттоң подъезы төҙөкләндерелгән

Был маҡсаттан 200 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. “Башҡарылған эштәрҙе комиссия ҡабул итте. Уның составында йортта йәшәүселәр, төбәк операторҙары, идарасы һәм подрядсы компания вәкилдәре булды” тип белдерҙе бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала мөмкинлеге сикле кешеләр йәшәгән йорттарға пандус ҡуйыла. Өфөлә 5 подъезға ошондай ҡоролма урынлаштырылған. 1 ноябргә тиклем Ағиҙел ҡалаһында 3 күп фатирлы йортҡа пандус ҡуйыла. Алан Марзаев дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Пандус урынлаштырыу – ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға алтын урталыҡ табырға кәрәк”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала подъездарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһы өсөнсө йыл ғәмәлгә ашырыла. 2019 һәм 2020 йылда 6 мең 200-гә яҡын йорт алды тәртипкә килтерелгән. Был маҡсаттан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған.